Башҡортостан Республикаһынан хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов та һалдаттарҙы оҙатыу сараһында ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ ялдан һуң сираттағы хәрбиҙәр төркөмөн оҙатабыҙ. Ошо уҡ автобус менән тағы бер төркөм ял итергә ҡайтасаҡ. Ирекле батальондарҙы ғына түгел, мобилизацияланғандарҙы ҡаршылау ҙа иғтибар үҙәгендә. Рәсәй Президенты Владимир Путин, махсус хәрби операция биләмәһендә 180 тәүлек булған хәрбиҙәрҙең ял итергә тейешлеге тураһында иғлан иткәндән һуң, был йүнәлештә эште ғинуар айынан алып барабыҙ. Ошо маҡсатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров автобустар менән ярҙам итә. Хәрбиҙәр уңайлы транспортта ҡайта һәм ҡабат юллана. Шуны билдәләргә кәрәк: беҙҙең егеттәр батырҙарса хеҙмәт итә. Улар тураһында тик ыңғай һүҙҙәр ишетәбеҙ. Беҙҙең теләк бер: тиҙерәк еңеү яулап, иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтһындар, – тине ул.
Егеттәрҙең етди бурыс үтәргә юлланғанын яҡындары аңлай. Шуға ла уларға ҡарата барыһының да бер теләк: “Күңелдәрен төшөрмәһендәр, иҫән-һау ҡайтһындар!”
Махсус хәрби-операцияға юлланған ир-егеттәрҙе йәнтөйәге, яҡындары көтөп ҡала. Ошо изге хистәр уларға ауырлыҡтарҙы еңергә рухи көс өҫтәһен.