Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Июнь 2023, 15:13

"Белореттар өсөн шатмын"

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ял урындарын һәм дини объекттарҙы ҡараны, социаль инфраструктура үҫеше менән танышты.

"Белореттар өсөн шатмын"
"Белореттар өсөн шатмын"

Районыбыҙ үҙен Көнъяҡ Уралдың туризм үҙәге булараҡ танытырға йыйына. Ошо маҡсатта ҡалала "Офоҡ аша атла" күләмле проект тормошҡа ашырылды,  үҙәк парк һәм яр буйы төҙөкләндерелде. Ҡая таштар аша һалынған бормалы баҫҡыс, арт-объекттар белореттарҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. 2020 йылда Белореттың үҙәк паркы биләмәһен һәм Ағиҙел йылғаһы яр буйын яңыртыу концепцияһы бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп сыҡҡайны. Реконструкцияның дөйөм хаҡы - 197 миллион һум тәшкил итте. "Офоҡ аша атла" проекты тәбиғәт зонаһын, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын, спорт һәм мәҙәниәт майҙансыҡтарын, Ағиҙел йылғаһы быуаһының яр буйын да үҙ эсенә ала.

Төбәк етәксеһе Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалды. Ул 2022  йылда ҡаланың Геройҙар аллеяһында асылды. Һәйкәл һуғышта һәм локаль хәрби хәрәкәттәрҙә балаларын юғалтҡан әсәйҙәр хөрмәтенә ҡуйылған.

Башҡортостан Башлығы Свято-Никольский соборында ла булды. Бинаның дөйөм майҙаны 1200 кв. метр тәшкил итә. Әле төҙөлөш барыуға ҡарамаҫтан, ирекмәндәр бында алғы һыҙыҡтағылар өсөн маскировка селтәре үрә. Төбәк етәксеһе унда хеҙмәт итеүсе дин әһелдәре, ирекмәндәр менән аралашты.

Фотолар:https://glavarb.ru

 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: