Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Июнь 2023, 14:59

Хәрби әҙерлек урынына юлландылар

Кисә  Совет майҙанынан «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге башҡорт батальонын хәрби әҙерлек урынына оҙатыу тантанаһы үтте. 

Хәрби әҙерлек урынына юлландылар
Хәрби әҙерлек урынына юлландылар

Уның менән бергә матди тәьминәт ротаһы һәм мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы ла хәрби әҙерлек урынына юлланды.

Батальон командиры Фәрит Миһранов Башҡортостан Башлығына хәрби подразделение төҙөү тураһында хәбәр итте, унан һуң Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

«Бөгөн беҙ Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонды һәм ике подразделениены хәрби әҙерлек урынына оҙатабыҙ. Шулай итеп, беҙ Башҡортостан ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороуҙы тамамлайбыҙ. Уның ике батальоны һәм биш подразделениеһы хәрби әҙерлек үтә. Республика исеменән һеҙгә Ватан һағына баҫырға ҡарар итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Бар халыҡ һеҙгә рәхмәт әйтә һәм оло ихтирам менән ҡарай. Тыныс тормошта ҡулға ҡорал алыу — еңел булмаған ҡарар. Әммә бик кәрәкле. Бөгөн һеҙ хәрби бурысығыҙҙы үтәргә юлланаһығыҙ. Ғаиләләрегеҙ - атай-әсәйҙәрегеҙ, ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ өйҙә ҡала. Уларға ярҙам итергә вәғәҙә бирәбеҙ. Республикала яугирҙәргә һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә дүрт ярҙам үҙәген астыҡ. Хөрмәтле яугирҙәр! Үҙ бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырһығыҙ тип ышанам. Ә беҙ һеҙҙе ҡаршы алырбыҙ. Эшләгеҙ, туғандар», - тине Радий Хәбиров, яугирҙәргә мөрәжәғәт итеп.

Рәсәй Геройы, запастағы генерал-майор Сергей Тулин яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.

«Беҙҙең егеттәр махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Республикабыҙ яугирҙәренә хөрмәт һәм ихтирам», - тине Сергей Тулин.

Яугирҙәр Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеге өсөн көрәшә, беҙҙең эшебеҙ хаҡ, еңеү беҙҙең яҡта булыр, дошман тар-мар ителер, тине батальон командиры.

Яҡындары менән хушлашҡандан һуң подразделение яугирҙәре «Башҡортостан» ирекмәндәр полкының башҡа частары урынлашҡан Һамар өлкәһенә хәрби әҙерлек үтергә юлланды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-09/v-ufe-na-boevoe-slazhivanie-provodili-batalon-imeni-geroya-sovetskogo-soyuza-minigali-gubaydullina-3294512

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: