Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Июнь 2023, 10:11

Радий Хәбиров Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләй

Республика етәксеһе Радий Хәбиров 14 июндән 17-һенә тиклем барған XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләй.

Радий Хәбиров Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләй
Радий Хәбиров Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләй

Делегация программаһында – эш осрашыуҙары, фекер алышыу майҙансыҡтары, илдең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу.

Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында төп ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан унда икенсе тапҡыр рәттән бишенсе урынды алды.

Радий Хәбиров эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары етәкселәре менән осраша, шулай уҡ стратегик һәм инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыусылар республика стендында Башҡортостандың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү ҡеүәте менән танышырға мөмкин. 390 квадрат метр майҙанды биләгән стенд функциональ зоналарға бүленгән. Бында пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шул иҫәптән БАС-200 осоу аппараты күрһәтелгән. Бынан тыш, майҙансыҡта республиканың «Берлога» милли киберфизик платформаһы һәм башҡа алдынғы проекттары менән танышырға була.

Шулай уҡ стендтың мультимедиалы панелдәрендә «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте күрһәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-15/radiy-habirov-vozglavil-delegatsiyu-bashkortostana-na-peterburgskom-mezhdunarodnom-ekonomicheskom-forume-3300032

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: