Көн тәртибендә – Рәсәй гвардияһы подразделениеларының матди-техник базаһын үҫтереү һәм республиканың власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу мәсьәләләре.
Радий Хәбиров Сергей Просяникты яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, уңыштар теләне.
«Беҙ округ менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙҙә Рәсәй гвардияһының республика буйынса идаралығы бик ҙур. Үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республика Рәсәй гвардияһы менән берлектә Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон ойоштороуҙы хупланы. Ул махсус хәрби операция бурысын уңышлы үтәй. Командирҙар беҙҙең подразделениеның эшен юғары баһалай».
«Салауат Юлаев батальоны бөтә нәмә менән дә тәьмин ителгән, яугирҙәр яҡшы әҙерлек үтте. Республикаға ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтлебеҙ», – тип билдәләне Сергей Просяник.
Осрашыуҙа республика етәксеһе һәм Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге көстәр әҙерләү буйынса уҡыу үҙәген булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе. Республика бының өсөн майҙансыҡ һайлап бирергә әҙер.
«Был башланғысты тулыһынса хуплайбыҙ. Рәсәй гвардияһы ошо үҙәккә ҙур өмөттәр бағлай», – тип белдерҙе Сергей Просяник.