Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Июль 2023, 15:43

Ридаль Сәйетов төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ҡалдырҙы

Ридаль Сәйетов Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры бурыстарын башҡарыусы вазифаһын ҡалдыра. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Төҙөлөш һәм архитектура хужалыҡ министрлығындағы сығанаҡ хәбәр итте.

Ридаль Сәйетов төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ҡалдырҙы
Ридаль Сәйетов төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ҡалдырҙы

Ридаль Сәйетов был вазифала өс ай ғына эшләп өлгөрҙө, ул етәксе итеп 13 апрелдә тәғәйенләнгәйне. Уға тиклем Башҡортостан Башлығының инвестиция эшмәкәрлеге һәм инфраструктура проекттары буйынса кәңәшсеһе булды.

Ридаль Сәйетов «Ағиҙел аръяғы» биләмәһендә инженер инфраструктураһы төҙөлөшөн контролдә тотто, шулай уҡ «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы ине.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: