Ҡалала ҡойоу производствоһы сафҡа индерелә.
Заводта иретеү һәм форма эшләү ҡорамалдарын монтажлау эше тамамланған һәм сығарылған әҙер продукцияны һынау башланған. Етештерелгән продукцияның киң ассортиментлылығы ике Белорет - спорт инвентарҙары һәм үлсәү ҡорамалдары заводтарының суйын һәм ҡорос ҡойоуҙа ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк. Был ике завод проект инвесторы ла.
Яңы предприятие суйын һәм ҡоростоң ҡатыштырылған маркаларын ҡойоуҙың төрлө ысулдарын үҙләштерергә планлаштыра. Инвестицияның планлаштырылған күләме 150 млн һум тәшкил итә. Утыҙҙан ашыу кешегә эш урындары булдырыу ҡаралған.
Эш процесының күп өлөшө автоматлаштырыласаҡ.
Ҡоролманы сафҡа индереүҙә Белорет металлургтары Николай Игнатов һәм Юрий Вараксин ярҙам итә: яңы предприятиеға йылдар дауамында тупланған тәжрибәһен тапшыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 14 резидент эшләй. Улар өсөн төрлө ташламалар ҡаралған.