Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Октябрь 2023, 13:32

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрамдары менән ҡотланы

Бөгөн, 5 октябрҙә, Рәсәй президенты педагогтарҙы һөнәри байрамы — Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы. 

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрамдары менән ҡотланы
Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрамдары менән ҡотланы

Мәктәп остаздарының маҡсаты — һәр балаға  һәләтен асырға, белем алырға һәм рухи ҡиммәттәргә эйә булырға ярҙам итеү, тип билдәләне Владимир Путин.

«Был байрам айырыуса йылы хистәр уята. Бөгөн илебеҙҙә яратҡан уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Уҡытыусы, беҙ был хаҡта йыш һөйләйбеҙ, һөнәр генә түгел, ә булмыш. Асылда изге, мөһим бурыс», - тип билдәләне дәүләт башлығы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: