Башҡортостан халҡы был акцияла йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Акция халыҡтар Берҙәмлеге Көнө алдынан онлайн форматта уҙғарыла. Диктантты Милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ ойоштора. Девизы - «Халыҡтар күп – ил берәү!». Этнографик диктант халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, тарихына, йолаларына иғтибар йәлеп итеү, татыулыҡты нығытыу, берҙәмлек булдырыу маҡсатында ойошторола.
Акцияла йыл һайын, йәше, белеме, дине һәм гражданлығына ҡарамаҫтан, Рәсәй һәм сит илдәрҙең миллионлаған кешеһе ҡатнаша. Диктант тәүге тапҡыр 2016 йылдың 4 октябрендә үтә, унда Рәсәйҙең 90 000 кешеһе ҡатнаша. Ә инде 2021 йылда акцияға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм донъяның 95 иленән 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡушылды.