Һөйләшеүҙе башлар алдынан етәкселәр видеобәйләнеш аша Кустанайҙа барған Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының «Ауыл хужалығы – көслө иҡтисад нигеҙе» тип аталған пленар ултырышына ҡушылды.
Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәрендә Ҡаҙағстан башлығына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның үҫешендә ике илдең үҙ-ара килешеп эш итеүе мөһим роль уйнауын билдәләне. Мөмкинлектән файҙаланып, Рәсәй президенты форумда ҡатнашыусыларҙы Өфөгә, Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең киләһе төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына саҡырҙы.
«Рәсәй менән Ҡаҙағстандың хеҙмәттәшлегендә төбәк-ара бәйләнештәр ҙә мөһим роль уйнай. Төбәктәрҙең бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итергә ынтылышын, шулай уҡ һеҙҙең файҙалы башланғыстарығыҙҙы хупларбыҙ. Форумда ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға емешле эш теләйем. 2024 йылда сираттағы төбәк-ара форум Рәсәйҙә, Өфөлә үткәрелә. Һеҙҙе унда ҡатнашырға саҡырам», - тине Владимир Путин.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-09/hh-forum-mezhregionalnogo-sotrudnichestva-kazahstana-i-rossii-proydet-v-ufe-vladimir-putin-3513125