-11 °С
Болотло
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республикала журналистика өлкәһендә эшләгән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, премияға киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәғлүмәт материалдарының штатлы һәм штаттан тыш авторҙары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм ижади хеҙмәткәрҙәр дәғүә итә ала.
Журналистика өлкәһендә көнүҙәк йәки йәмәғәтселектә танылған контент өсөн йыл һайын һәр береһе 300 мең һумлыҡ 20 премия тапшырыу ҡарала.