«Һәр берегеҙҙе ихлас хөрмәт итәм. Бөгөн беҙ профессиональ ҡотҡарыусыларҙы ғына билдәләмәйбеҙ. Бүләкләнеүселәр араһында ирекмәндәр, төрлө тармаҡ эшсәндәре бар. Бөгөн һеҙгә бар республика рәхмәт белдерә. Беҙ Башҡортостандың үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарған ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр командаһы менән ғорурланабыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең эш көнөн батырлыҡ тип иҫәпләмәйһегеҙ, ҡайһы берҙә хатта ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡыйыу аҙымға бараһығыҙ. Быйыл һеҙ янғындан, һыуға бата яҙған, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йөҙләгән кешене ҡотҡарҙығыҙ. Ер тетрәүҙән зыян күргән Төркиә халҡына тәүгеләрҙән булып ярҙамға килдегеҙ», - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы ҡотҡарыусыларҙың Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам итеүҙәрен билдәләне. Былтыр апрель айынан башлап республика Донбастан килгән меңдән ашыу кешене ҡабул итте.
Аҙна һайын тиерлек ҡотҡарыусылар махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк оҙатып бара, ошо көндәрҙә 105-се колонна юлға сыҡты.
Бүләкләнгәндәрҙең һәр береһе хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Республика халҡы исеменән һеҙгә ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ысын күңелдән һеҙҙе яҡынлашып килгән һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһының Ҡотҡарыусылар көнө һәм Яңы йыл менән ҡотлайым. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һеҙ яҡындарығыҙға, республикала йәшәүселәргә бик кәрәк», - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Бөгөн 80-дән ашыу ҡотҡарыусы һәм янғын һүндереүсе Рәсәйҙең, Башҡортостандың дәүләт наградаларын алды.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙҙың булыуы ла ҡыуаныслы. Үрге Әүжән янғын часы начальнигы Роман Григорьевич Ефремовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” исеме тапшырылды.
Үрге Әүжән лесничествоһының урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Урал Тамъян улы Аҡкужин, “Белорет” өсөнсө типтағы урман янғын станцияһы янғын һүндереүсеһе Айсар Вәис улы Бирғәлин, Үрге Әүжән янғын часы водителе Евгений Сергеевич Исаев, Тирлән янғын часының бүлексә командиры Артур Булат улы Камалетдинов, район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау, прогнозлау секторы мөдире Лилиә Рәис ҡыҙы Кирсанова, Үрге Әүжән лесхозының урман мастеры Валерий Александрович Кочетков, “Белорет” урман янғын һүндереү станцияһы Тирлән участкаһының өсөнсө типтағы урман янғын һүндереүсеһе Игорь Евгеньевич Лисовский, район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге начальнигы Сергей Павлович Ляпин, Әүжән урмансылығы бүлегенең участка урмансыһы Владимир Алексеевич Оглобличев, “Белорет” өсөнсө типтағы урман янғын станцияһы тракторсыһы Вадим Юнир улы Төхвәтуллин, “Белорет” өсөнсө типтағы урман янғын һүндереү станцияһы начальнигы Вадим Искәнйәр улы Уҫманов, Тирлән янғын часы водителе Виталий Евгеньевич Урцев, Инйәр янғын часы начальнигы Рәил Рәшит улы Хисмәтуллин, Үҙән ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Олеся Николаевна Йосопова Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.