21 июндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә Межгорье ҡалаһында йәшәгән, мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатын билдәһеҙ енәйәтселәрҙең уны алдап кредит алырға һәм аҡсаны башҡаларҙың иҫәбенә күсерергә мәжбүр итеүе тураһында һөйләй.
Ғариза биреүсе һүҙҙәренсә, башта мессенджерҙан уға бер ҡатын шылтыратып, үҙен мәктәп директоры итеп таныштыра. Әңгәмәсе уҡытыусыларға эш хаҡы түләнмәү факты асыҡланған тип хәбәр итә, шуға бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә имеш. Шылтыратыусы үҙенең ҡул аҫтындағыларға ведомство хеҙмәткәрҙәренә шылтыратҡанда ярҙам итергә кәңәш итә. Һәм ысынлап та, тиҙҙән уҡытыусыға шылтыраталар, әммә уның банк иҫәбе менән проблемалар килеп тыуа һәм аҡсаны юғалтмаҫ өсөн ашығыс хәл итергә кәрәк була. Ялған ҡар өйөмө кеүек үҫә. Һөҙөмтәлә ҡатын менән ялған банк вәкилдәре бәйләнешкә инә, уны кредиттарҙы рәсмиләштерергә һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерәләр. Һөҙөмтәлә, ҡатын 740 мең һумын юғала.
24 июндә ҡала гимназияларының береһендә эшләгән ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә. Уҡытыусы полиция хеҙмәткәрҙәренән 3 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған енәйәтселәрҙе эҙләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Алдау схемаһы үрҙә һүрәтләнгәнгә оҡшаш булып сыға, әммә, үҙенең нюанстары менән.
Тәүҙә ҡатынға мессенджерҙан мәктәп директоры хат яҙа һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уның менән бәйләнешкә инәсәге тураһында иҫкәртә. Һуңынан ҡатын менән төрлө ведомстволарҙың һәм кредит ойошмаларының ялған хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ әңгәмәләр алып бара, уның иҫәбенән сит илгә аҡса күсереү менән ҡурҡыталар, дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләйҙәр. Килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү һәм операцияларҙы туҡтатыу өсөн мутлашыусылар ҡорбандарына тупланған һәм кредит аҡсаһын резерв иҫәбенә күсерергә кәңәш итә. Уҡытыусы уларға эйәреп, сит кеше иҫәбенә 3 миллион 404 мең һум аҡса күсерә, уларҙың күп өлөшө ҡатын-ҡыҙҙың шәхси тупланмаһы булып сыға.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: зыян күреүселәр алдауҙың был ысулы тураһында ишеткән, мутлашыуҙар тураһында белемгә эйә булған, әммә күп көнлөк виртуаль аралашыу һәм сит кешеләрҙең һүҙҙәре уларға дөрөҫөрәк булып күренгән. Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тикшереү алып барыла.
Полиция граждандарҙы бер кемдең дә телефон талабы буйынса аҡса тапшырмаҫҡа саҡыра. Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ һәм финанс операциялары тураһында һүҙ барғанда һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Һаҡ булығыҙ!
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.