“Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Кодексына тейешле төҙәтмәләр Хөкүмәттә эшләнә.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ниндәй штрафтар арттырыла?
Хәүефһеҙлек ҡайышы эләктермәгән өсөн (12.6 РФ КоАП) штраф санкциялары 1,5 тапҡырға - 1000 һумдан 1500 һумға тиклем арта.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.8-се статьяһына ярашлы, транспорт сараһы менән иҫерек килеш идара иткән өсөн йәки идара итеү хоҡуғын тапшырған өсөн штраф 30 мең һумдан 45 мең һумға тиклем (Кодекстың 12.26-сы статьяһы буйынса медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн штраф та) арта.
Шулай уҡ тиҙлекте арттырған өсөн штрафтар үҙгәрә. Хәҙерге 500-5000 һум урынына 750-7500 һум буласаҡ. Юл билдәләре йәки билдәләмәләре талаптарын үтәмәгән өсөн штрафтар – 500-5000 һумдан 750-7500 һумға тиклем үҙгәрә.
Икенсе уҡыуға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр штрафтарҙы арттырыуға ғына ҡағылмай, шулай уҡ уларҙы ташлама менән түләргә мөмкин. Бөгөн Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 32.2-се статьяһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 20 көн эсендә штрафтың 50 процентын ғына түләргә мөмкин, тип күҙаллана. Үҙгәрештәр ҡабул ителгәндән һуң штрафтың 75% түләргә тура килә, әммә ташламалы түләү ваҡыты 30 көнгә тиклем арта.