Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ғинуар 2025, 09:41

Тәмәке һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон ҡабул ителде

Дәүләт Думаһы балаларға тәмәке һәм составында никотин булған продукция, уның ҡулайламалар йәки етештереү өсөн сеймал һатҡан өсөн яуаплылыҡты арттырған закон ҡабул итте.

Тәмәке һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон ҡабул ителде
Тәмәке һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон ҡабул ителде

Граждандарға штраф 300 мең һумғаса арта (әле - 60 мең һумға тиклем), вазифа биләгәндәргә - 700 мең һумғаса (әле 300 мең һумға тиклем), ойошмаларға - 2 миллион һумғаса (әле 600 меңгә тиклем).

Дәүләт Думаһында билдәләүҙәренсә, былтыр уҙғарылған тикшереүҙәр никотинлы продукцияның 43%-тын маркировка талаптарын үтәмәйенсә һатыуҙарын күрһәткән. Шулай уҡ башҡа етешһеҙлектәр ҙә теркәлгән, шул иҫәптән белем биреү учреждениелары янында һатыу. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 6,5 мең самаһы протокол төҙөлгән. Быларҙың барыһы ла ошо өлкәлә ҡатыраҡ закондар кәрәклеге хаҡында һөйләй.

Автор:
Читайте нас