Рәсми бүлек
1 Апреля 2025, 07:07

1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

Рәсәй президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйған. Тейешле документ 31 мартта хоҡуҡи акттарҙың рәсми сайтында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

 

«2025 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем Рәсәйҙең запаста булмаған һәм хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле 18-30 йәшлек граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға», – тиелә указда.

Быйыл яҙ 160 мең егетте хәрби хеҙмәткә оҙатыу планлаштырыла.

2024 йылда яҙғы саҡырылыш – 150 мең, 2023 йылда – 147 мең, 2022 йылда 134,5 мең кешегә ҡағылды. Үҫеш Путиндың Рәсәй армияһы һанын этаплап арттырыу тураһында указдарын тормошҡа ашырыу менән бәйле. 2022 йылдың башында Рәсәйҙә 1 миллионға яҡын хәрби хеҙмәткәр бар ине. Өс йыл эсендә штат һаны 1,5 миллионға тиклем арттырылды.

Автор: