Тәүге объектта республиканың министрҙар кабинеты башлығын Үлсәү ҡорамалдары заводы директоры Максим Копытов ҡаршыланы. Күп йыллыҡ тәжрибә, заманса ҡорамалдар арҡылы сифатлы продукция етештереүгә өлгәшкән был предприятие илдә иң алдынғыларҙан һанала. Уның бер нисә цехтан, офистарҙан, гараждан һәм башҡа ҡоролмаларҙан торған үҙ производство-склад комплексы бар. Продукцияны әҙерләү өсөн туранан-тура етештереүсе заводтарҙан килтерелгән сифатлы сертификатланған материалдар һәм комплектлаусы изделиелар ҡулланыла. Барлыҡ етештерелгән тауарҙар тейешле типтағы һынау сертификаттарына эйә. Предприятиела шулай уҡ яңы продукттарҙы һәм заказдарҙы проектлаусы квалификациялы белгестәр эшләгән техник бүлек тә бар.
Артабанғы сәнәғәт майҙансығы - “Белкаст” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте суйын һәм ҡоростан ҡойолған изделиелар, шул иҫәптән гантелдәр, дискылар плашкалар етештереү буйынса махсуслашҡан. Биш йыл эсендә завод райондың иң уңышлы предприятиеларының береһенә әүерелде. Юғары сифатлы продукцияһы иһә илдең машиналар эшләү, металлургия, энергетика һәм башҡа төр тармаҡтарының үҫешенә булышлыҡ итә.
- Өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлләштереүгә өҫтәмә электр энергияһына тоташыу һәм газ үткәреүҙе тамамлау талап ителә. Республика Хөкүмәте ҡыҫҡа ваҡыт арауығында төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фонды арҡылы финанс ярҙам алыуға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ, - ти “Белкаст” заводы директоры Азат Вилданов.
Әйткәндәй, Белореттың сәнәғәт предприятиеларында инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Үлсәү ҡорамалдары заводында инвестор производствоны үҫтереүгә 7 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Бында 36 яңы эш урыны булдырылған. Ҡойоу заводында иһә инвестор тарафынан 26 миллион һум аҡса бүленеп, 13 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.
Андрей Назаров билдәләүенсә, сәфәр йомғаҡтары буйынса йылдам үҫеш биләмәһе резиденттарының сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеүгә ҡағылышлы йөкләмәләр биреләсәк.