– Һеҙҙең менән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын, Бөйөк Еңеү көнөн билдәләгән матур май көндәрендә осрашабыҙ. Был байрамдар илебеҙ халҡының күп быуындары өсөн ҡәҙерле һәм әһәмиәтле.Улар беҙҙе данлы йолалар, ветерандарыбыҙҙың һәм Ватаныбыҙ хаҡына намыҫлы хеҙмәт иткәндәрҙең хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән берләштерә. Залда атҡаҙанған кешеләр, билдәле белгестәр, төрлө һөнәр һәм тармаҡ вәкилдәре – предприятиелар етәкселәре, идарасылар, табиптар, журналистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, аграрийҙар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа бик күп талантлы, намыҫлы хеҙмәтсәндәр йыйылды, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ҡайһы бер бүләкләнеүселәргә айырым туҡталып китте.
“Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә Илдар Насиров лайыҡ булды. 2017 йылдан ул республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе булған “Үҙәк” машина-технология станцияһы менән етәкселек итә. Уның етәкселегендә предприятие идара итеүҙе ҡулайлаштырыу, агротехника паркын яңыртыу арҡаһында етештереү күләмен ике тапҡырға арттырған. Йыл һайын аграр университеттың 100-гә яҡын студенты предприятие базаһында практика үтә.
Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәновҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив штабының баш эпидемиологы булараҡ, Азат Мөнир улы пандемия менән көрәшкә ҙур өлөш индерә, Зубовола беренсе махсуслаштырылған госпиталь эшен ойоштора. Бай фәнни тәжрибәле ғалим, ул клиник эште медицинаға инновациялы алымдар индереү менән уңышлы берләштерә.
“Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы” исеменә урман тармағында 36 йыл эшләү тәжрибәһе булған өлкән урман мастеры Рафаил Мөхәмәтшин лайыҡ булды. Уның юғары профессионализмы, белеме һәм оҫталығы Иглин урмансылығының уңышлы эшләүенә булышлыҡ итә. Рафаил Ривенер улы остаз сифатында үҙенең белемен йәш белгестәргә әүҙем тапшыра.
“Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән Фоат Хантимеров бүләкләнде.Ул мәктәп уҡытыусыһынан алып финанс министрына, һуңынан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарына, Пенсия фонды етәксеһенә тиклем ҙур профессиональ юл үтә.Уның оҫта етәкселеге арҡаһында Башҡортостан Пенсияфонды бүлексәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Иҙрис Ғәзиев – беҙҙең сәхнәнең иң сағыу, талантлы, яратҡан башҡарыусыларҙың береһе Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Өфө сәнғәт институты профессоры, иң яҡшы традицияларҙы һәм новаторлыҡты берләштереп, йәш башҡарыусылар өсөн иҫ киткес остаз булып тора.
II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән беҙҙең ҡыйыу табиптар – реаниматолог Азат Баязитов һәм травматолог-ортопед Салауат Исламов бүләкләнде.Икеһелә добровоец-табиптар бригадаһы составында бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына сыға.2023 йылдың июлендә улар Луганск ҡалаһының госпиталендә яугирҙың тәненән шартламаған снарядты сығарыу буйынса уникаль операция үткәрә, уның, шулай уҡ тирә-яҡтағыларҙың ғүмерен ҡотҡара, боеприпасты шартлатыуға юл ҡуймай.
“Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеменә Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт хеҙмәте журналистары лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, "Башҡортостан " телерадиотапшырыуҙар компанияһы телевидение студияһының мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары Айнур Кәбировтың булыуы ла ҡыуаныслы. Хәрби хәбәрселәр бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға сығып, һуғыш яланынан яугирҙарыбыҙ тураһында репортаждар әҙерләне.
AY YOLA төркөмө музыканттары Ринат Рамаҙанов, Руслан Шәйхетдинов һәм Адель Шәйхетдинова республика Башлығы ҡулынан Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артистары тигән маҡтаулы исемдәр алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төркөм “Урал батыр” музыкаль альбомынан “Homay” тигән йырын башҡарғандан һуң киң билдәлелек алды, хит төрлө майҙансыҡтарҙа миллионлаған тыңлауҙар йыйҙы.
Шулай уҡ Белореттан Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Белорет территориаль бүлектәр менән эшләү һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү идаралығының район һәм ҡала буйынса бүлек эксперты Ирина Шулешко
“Башҡортостан Республдикаһының Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.