Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Май 2025, 11:49

Килегеҙ, һатып алығыҙ!

“Аструм” ҡала баҙарында республика “Һөт кухняһы”ның сираттағы таратыу пункты асылды.

Килегеҙ, һатып алығыҙ!
Килегеҙ, һатып алығыҙ!

Пунктты асыу тантанаһында Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының туҡланыу һәм хеҙмәттәр тармағын үҫтереү бүлеге начальнигы Регина Засим, район хакимите башлығының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Андрей Гревцев, “Аструм” ҡала баҙары директоры Нэля Тутикова ҡатнашты.   

Башҡортостан Республикаһының "Һөт кухняһы" дәүләт автономлы учреждениеһы өлкәндәр өсөн һөт продукцияһы сығара башланы. Хәҙер ул Белорет ҡалаһында урынлашҡан таратыу пункттары кәштәләрендә лә бар.

Предприятие ассортиментында ПЭТ-бутылкаларҙа һөт һәм кефир, шулай уҡ төрлө ҡуйылыҡтағы һәм күләмдәге эремсек, ҡаймаҡ барлыҡҡа килде.

“Һөт кухняһы” подразделениеһында яңы линияны яйға һалыу өсөн ике этапта масштаблы реконструкция үткәрелде. Һуңынан ҡорамалдар һатып алынды һәм урынлаштырылды.

Өлкәндәр продукцияһы, балаларҙыҡы кеүек үк, тулыһынса тәбиғи составҡа һәм ҡыҫҡа һаҡланыу ваҡытына эйә. Ул яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм масса өлөшөндә май талап ителгән урындағы фермер хужалыҡтарының нормалаштырылған ағынан әҙерләнгән. Кислоталы һөт продукцияһының һаҡланыу ваҡыты 14 көндән артмай, ә һөттөң - 10 көн, был уның тәбиғи булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының туҡланыу һәм хеҙмәттәр тармағын үҫтереү бүлеге начальнигы Регина Засим билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылда булдырылған программа буйынса республикала ете производство цехы, 132 таратыу пукттары эшләй. Бында 20 төр продукция етештерелә.

-       Балалар өсөн етештерелгән продукциянан тыш, 2024 йылдан ололар өсөн дә һөт, кефир, ҡаймаҡ һәм эремсек етештерә башланыҡ. Киләсәктә етештереүҙе киңәйтеп, йомшаҡ сыр, кеүәҫ һәм ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалырға уйлайбыҙ. Бөгөн яңы майҙансыҡта өсөнсө таратыу пункты асылды. Халыҡтың күпләп йөрөгән урынында урынлашыуы ла, һатып алыусыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бында иһә һәр кем үҙенә оҡшаған продукцияны һатып алыу мөмкинлегенә эйә, - тине бүлек начальнигы.

Ҡулланыусылар ҙа “Һөт кухняһы” продукцияһын тәмләп, уңың сифатлы һәм тәмле, ауылдағыса, икәнлеген билдәләне. “Быға тиклем айырым категория граждандарының сифатлы ризыҡты алыуын ситтән күҙәтһәк, бөгөн был мөмкинлек беҙгә лә бирелде. Продукция, ысынлап та, сифатлы”, - тиҙәр улар.

“Аструм” ҡала баҙарындағы 158-се павильон шишәмбе-шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 7-гә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерәсәк, дүшәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре.

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас