Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Сентябрь 2025, 12:07

101 бер йәшлек инәй ҙә гражданлыҡ бурысын үтәне

Бөгөн Белорет һәм Бөрө халҡы – ҡала (20-шәр мандат), Өфө районының Йоматау ауылында йәшәүселәр ауыл Советына (10 мандат)  депутаттар һайлай. Шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау ҙа үтә.

101 бер йәшлек инәй ҙә гражданлыҡ бурысын үтәне
101 бер йәшлек инәй ҙә гражданлыҡ бурысын үтәне

Ҡаланың мәғариф идаралығында урынлашҡан 1282-се һайлау участкаһында 1165 һайлаусы иҫәпләнә. Исемлектәге һайлаусыларҙың 18-е алдан тауыш биргән. Бөгөн уларҙың бюллетендәре, башҡаларҙыҡы менән бергә, урнаға рәсми һалынды. Комиссия ағзалары гражданлыҡ позицияһын тәүге тапҡыр белдерәсәк һайлаусыларға ла  бүләктәр әҙерләгән.

- Иртәнге сәғәттәргә дөйөм иҫәптең 10 проценты һайлауға килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Төрлө сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, ләкин тауыш бирергә теләгән граждандар, гражданлыҡ бурысын өйҙән тороп та үтәй ала. Шундай 40 һайлаусынан ғариза ҡабул ителде. Ике бригада төрлө сәбәптәр менән, оло йәштәгеләргә, сәләмәтлектәре буйынса йөрөй алмағандарға, һайлау участкаһына килә алмағандарҙың фатирҙарына барып, кҡн дауамында тауыш бирҙертә, - тине участка комиссияһы рәйесе Владимир Дахтин.

Әйткәндәй, ҡаланың үҙәк  – В.Косоротов, Б.Хмельницкий, Точисский, К.Маркс урамдары ҡараған һайлау участкаһында 101 йәшлек Наталья Коптева ла иҫәпләнә.

“Наталья Васильевна һайлауҙарҙа ҡатнашмайынса ҡалғаны юҡ. Фатирына килгән бригаданы ла асыҡ йөҙ, күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала ул һәм теләп тауышын да бирә ”, - тиҙәр уның тураһында комиссия ағзалары.

1282-се участка һайлау комиссияһы ағзалары тауыш бирергә килеүселәрҙе лайыҡлы ҡаршы алып, оҙатып ҡалырға тырыша. Улар милли кейемдә булһынмы, тәмле милли аш-һыу менән ҡаршы алһынмы, һайлаусылар ҙа өйрәнеп бөткән инде. Был юлы ла комиссия ағзалары, илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүен иҫәпкә алып, пилоткаларҙа ҡаршы алды. Матур ҙа, илһөйәрлек рухында ла...         

Автор:
Читайте нас