Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Сентябрь 2025, 13:21

Өлкән быуын вәкилдәре һәр ваҡыттағыса әүҙем

Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетында урынлашҡан 1284-се һайлау участкаһында һәр ваҡыттағыса өлкән быуын вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә.

Өлкән быуын вәкилдәре һәр ваҡыттағыса әүҙем
Өлкән быуын вәкилдәре һәр ваҡыттағыса әүҙем

Комиссия рәйесе Юлия Васючкова билдәләүенсә, был категория граждандары иртәнге сәғәттәрҙән үк берҙәм тауыш биреүҙә ҡатнашып, кемелер үҙ эштәре менән, икенселәре баҡсаларына ашыҡҡан.

 “Ҡала Советы депутаттарын һайлауға ла өлкән быуын вәкилдәре етди ҡараған. Һайлау участкаһы асылыу менән туғыҙынсы тиҫтәне ашатлап үткән бер нисә инәй килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Ғөмүмән, илебеҙ, ҡалабыҙ киләсәгенә битараф булмағандар, һайлауҙарҙа ҡатнашырға тырыша. 1284-се һайлау участкаһында быйыл тәүге тапҡыр 20 һайлаусы ҡатнаша. Улар өсөн территориаль һайлау комиссияһы үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләгән. Хатта бер әсә шылтыратып, беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ улының исемлектә тороу, тормауы ла менән ҡыҙыҡһынды һәм төштән һуң киләсәктәрен әйтте, - тине комиссия рәйесе Юлия Евгеньевна.

1284-се һайлау участкаһында 2435 һайлаусы граждан иҫәпләнә. Шуларҙың 200-е, улар иҫәбендә алдан тауыш  биргән 10 һайлаусы, иртәнге сәғәттәрҙә үк участкаларҙа булып, гражданлыҡ бурысын үтәгән. Мобиль бригада 20-гә яҡын оло йәштәгене һәм сәләмәтлектәре буйынса йөрөй алмағандарҙы өйҙәренә барасаҡ. Нәҡ, ошо участкала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе – Иван Лощанов теркәлгән дә инде. Комиссия ағзалары төштән һуң ветерандың фатирында булып, 99 йәшлек аҡһаҡалды ҡала Советына депутаттарҙы һайлатасаҡ.   

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: 1284-се һайлау комиссияһы ағзалары; 98 йәшлек Мәғибә Фатауллина ла бер һайлауҙан да ҡалмай.   

Автор:
Читайте нас