Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Сентябрь 2025, 09:47

Һыуытҡыс та юҡ, аҡса ла...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының районы буйынса бүлегенә урында йәшәгән ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Һыуытҡыс та юҡ, аҡса ла...
Һыуытҡыс та юҡ, аҡса ла...

Зыян күреүсе ағаһының уға һыуытҡыс һатып алырға ҡушҡанын һәм иғланға һылтанма биреүен һөйләне. Ул һатыусы менән бәйләнешкә инә һәм деталдәрҙе асыҡлағас, һыуытҡысты һатып алырға ҡарар итә.

Бының өсөн һатыусы һыуытҡысты килтереп биреүҙе рәсмиләштереүгә һылтанма бирә. Һылтанма буйынса үтеп, ҡатын үҙенең картаһының мәғлүмәттәрен индерә һәм был ғәмәлдәрҙе атҡарғас, иҫәбенән 8 мең һум аҡса алына. Әммә, һатыусы аҡсаның уға килеп етмәүен һәм сумманы кире ҡайтарыуҙы рәсмиләштереү кәрәклеген әйтә. Ҡатын үрҙә һанап үтелгән ғәмәлдәрҙе ҡабатлай, телефонына килгән СМС-кодты ла сайтта күрһәтә. Был хәлдән һуң, уның иҫәбенән тағы ла 9 мең һум аҡса алына. Мутлыҡ һөҙөмтәһендә килтерелгән дөйөм зыян - 17,5 мең һум тәшкил итә.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар! Банк карталарығыҙҙың мәғлүмәттәрен билдәһеҙ сайттарға индермәгеҙ, бер кемгә лә СМС-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ. Интернет аша тауар һатыу һәм һатып алыу йыш ҡына мутлашыусылар схемаһы булыуын иҫтә тотоғоҙ!

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас