Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Октябрь 2025, 15:04

Хеҙмәт династиялары, һөнәр оҫталары наградланды

Республика көнө алдынан төбәк етәксеһе Радий Хәбиров лайыҡлыларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Хеҙмәт династиялары, һөнәр оҫталары наградланды
Хеҙмәт династиялары, һөнәр оҫталары наградланды

Тәбрикләү һүҙендә республика Башлығы, залда республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, үҙ хеҙмәте менән Башҡортостандың бөгөнгө тарихын яҙыусылар йыйылды, тип билдәләне.

– Һеҙҙең арағыҙҙа төрлө һөнәр эйәләре – етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәр, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, табиптар, педагогтар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар һәм башҡалар бар. Айырыуса республика хеҙмәт династиялары конкурсы еңеүселәрен ҡотларға теләйем. Һеҙҙең һоҡланғыс ғаиләләрҙә һөнәреңә һөйөү, бурысҡа тоғролоҡ быуындан-быуынға тапшырылып килә.

Бөгөн махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытабыҙ. Сәнәғәтселәрҙең һәм, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш алған аграрийҙарҙың юғары һөҙөмтәләре менән ғорурланабыҙ. Быйыл 3,8 миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынған. 

Юлдар, күперҙәр төҙөйбөҙ, булғандарын киңәйтәбеҙ. Иртәгә баш ҡалабыҙ өсөн үтә мөһим булған тарихи аркалы күперҙе асабыҙ. Рекордлы күләмдә торлаҡ төҙөйбөҙ. Спорт үҙәктәре, заманса дауаханалар асыла. Ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы матурлайбыҙ. Уңайлы мөхит булдырыу буйынса конкурста еңеүселәр һаны буйынса илдә дүртенсе урында торабыҙ.

Быларҙың барыһын да төп маҡсатыбыҙ – кешеләр етеш йәшәһен, балалар үҫтерһен, киләсәккә өмөт менән ҡараһын өсөн эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Бүләкләнеүселәргә күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. “Һеҙҙең менән ихлас ғорурланабыҙ. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем” ,– тип йомғаҡланы һүҙен республика етәксеһе.

Дәүләт наградаларын алыусылар араһында яҡташыбыҙ спорт көрәше буйынса спорт мәктәбе тренеры Валерий Коробов та бар. Ул “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас