Барлыҡ республика халҡын байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ул Республика көнө Башҡортостанды тыуған йорто тип иҫәпләгән һәр кемде берләштергән байрам тине.
– Был – үҙенең хеҙмәтен, энергияһын һәм йәнен республиканың сәскә атыуына һалған һәм бөгөн дә һалғандар байрамы. Хеҙмәтсәндәребеҙгә – эшселәргә, аграрийҙарға, уҡытыусыларға, табиптарға, ғалимдарға, инженерҙарға ихлас рәхмәт белдерәм. Көндәлек хеҙмәте менән республиканың уңыштарын тәьмин итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Тантаналы йыйылышта ҙур иғтибар махсус хәрби операция геройҙарына бирелде. Бөгөн, Бөйөк Еңеүҙән һуң 80 йыл үткәс, ил быуыныбыҙ тормошондағы төп һынауҙарҙы лайыҡлы үтә, тип билдәләне республика етәксеһе.
– Үҙҙәренең ҡаһарман олатайҙары кеүек, беҙҙең яугирҙар һуғыштарҙа сыҙамлыҡ, батырлыҡ һәм бурысына тоғролоҡ күрһәтә. Уларҙың йөҙҙәрсәһе дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Башҡортостанда тыуып үҫкән 14 кеше – Рәсәй Геройы (һигеҙе үлгәндән һуң). Күптән түгел уларҙың береһен – Рәсәй Геройы, өлкән лейтенант Илдар Суфияровты йөрәк әрнеүе менән һуңғы юлға оҙаттыҡ. Яугирҙарҙың батырлыҡтары Ватан тарихына мәңгелеккә яҙылған. Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән кешеләрҙең исемдәрен мәңге күңелдәрендә һаҡлаясаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
"Яугирҙар алғы һыҙыҡта батырҙарса һуғышҡан ваҡытта, беҙ ышаныслы тылды нығытабыҙ. МХО биләмәһенә һәм яңы төбәктәргә 162 гуманитар ылау оҙаттыҡ. Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 ярҙам сараһын тормошҡа ашырабыҙ. Был маҡсатҡа бүленгән аҡсалар күләмен ике тапҡырға тиерлек арттырҙыҡ – 13 миллиард һумдан 30 миллиард һумдан ашыуға тиклем. Был эштә бөтә Башҡортостан ҡатнаша. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына реаль ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика халҡына ихлас рәхмәт”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".