-4 °С
Болотло
Белорет металлургия комбинатының өс хеҙмәткәре «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Президенттың тейешле указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Юғары наградаға Юрий Губин, Ғәлиә Низамова һәм Екатерина Самохвалова лайыҡ булды.
Билдәләп үтергә кәрәк, был исем юғары профессионаллек, күп йыллыҡ хеҙмәт һәм металлургия үҫешенә индергән өлөшө өсөн бирелә.
Белорет металлургия комбинаты-республиканың иң оло предприятиеларының береһе һәм уның хеҙмәткәрҙәре бер нисә тапҡыр дәүләт наградалары лауреаты булды.