Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Февраль , 11:33

Аҡса эшләргә тырышып...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урында йәшәүсе ҡатын  мутлыҡ факты буйынса тикшереү үткәреүҙе һорап ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Аҡса эшләргә тырышып...
Аҡса эшләргә тырышып...

Уның һүҙҙәренсә, мессенджерҙарҙың береһендә уға өҫтәмә эш хаҡы тураһында тәҡдим килә. Башта уға һылтанмалар буйынса күсеп, тауарҙар өҫтәү генә кәрәк була. Артабан юғарыраҡ эш хаҡы алыу өсөн уға тауарҙарҙы һатып алырға һәм бының өсөн тотонолған сумманан 20 процентҡа күберәк алырға тәҡдим итәләр. Ҡатын мутлашыусыларға төрлө суммаларҙы күсерә башлай, ә эшләп тапҡан аҡсаһын сығарырға ваҡыт еткәс, унан тағы ла 120 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. Ошо мәлдә ул бөтә ваҡыт дауамында аҡсаһын мутлашыусыларға күсергәнен аңлай.

Мутлыҡ һөҙөмтәһендә күрелгән зыян 166 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция иҫкәртә: бер ҡасан да шәхси мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә тапшырмағыҙ, аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәп-хисаптарға йәки телефон номерҙарына күсермәгеҙ, СМС-хәбәрҙәргә килгән кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ һәм һәр бер мәғлүмәтте ентекләп тикшерегеҙ!

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас