Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Февраль , 16:27

Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен илгә һәм тыуған республикаға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

 

«Ошо залда ултырған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы, уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен ихлас сәләмләйем. Беҙгә ауыр һәм мөһим осорҙа йәшәргә тура килә. Бөгөн Башҡортостан тотош ил менән бергә махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша. Ватан суверенитетын яҡлау – изге бурысыбыҙ. Ирекле һәм бойондороҡһоҙ илдә йәшәүгә, эшләүгә, балалар тәрбиәләүгә хоҡуғыбыҙҙы яҡлау.

Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Беҙ һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы терәк булырбыҙ.

Һәр беребеҙ көсөнә һәм мөмкинлегенә ҡарап Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡатмарлы шарттарҙа беҙ республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тылды нығытабыҙ, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерәбеҙ. Республиканың уңыштары нигеҙендә – һәр берегеҙҙең яуаплы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бүләкләнеүселәр араһында белореттарҙың булыуы ла ҡыуаныслы. "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлург"ы исеменә Белорет металлургия комбинаты эшселәре Анатолий Бочаров, Юрий Губин, Ғәлиә Низамова, Екатерина Самохвалова һәм Андрей Феоктистов лайыҡ булды. Ә район-ҡала ЗАГС бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Ситникова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 

Автор:
Читайте нас