Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Март , 16:50

Отчет йыйылыштары үтә

Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов һәм уның командаһының районға эш сәфәре дауам итә. Был юлы район етәксеһе төпкөлдә ятҡан урындағы үҙидаралыҡтың береһе - Егәҙе ауыл хакимиәтендә булды. 

Отчет йыйылыштары үтә
Отчет йыйылыштары үтә

Районда үткән йылдарҙа ауылдарҙы социаль-иҡтисади үҫтереү йомғаҡтары йәһәтенән отчет йыйылыштары башланды. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары биләмә башҡарма комитетының үткән ике йылда ниндәй эш башҡарыуы тураһында отчет биреп, ауыл халҡын 2026 йылға пландары, бурыстары менән таныштыра.
Егәҙе ауылы хакимиәте башлығы Альбина Лоҡманова ауылдарҙа йәшәйештең бөтә өлкәләрен дә телгә алып, атап әйткәндә, раҫланған бюджет, ауыл халҡының йәшәү кимәле, заманса шарттарҙа ауылдың иҡтисади үҫеше тураһында ентекле отчет менән сығыш яһаны. Өлкән өйгә ни кәрәкһә, бәләкәйенә лә шул кәрәк тигәндәй, Егәҙе, Баҡый, Ботай, Өмөтбай, Хәйбулла һәм Сарышҡы ауылдары ингән хакимиәттең дә көнүҙәк мәсьәләләре күп. Шуларҙың береһе - тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү. Уны хәл итеү өсөн етерлек финанслау талап ителә, шулай ҙа күп мәсьәләләр ауыл халҡы ярҙамы менән атҡарыла. Ауыл биләмәһенең бөтә тораҡ пункттарында йыл һайын хакимиәт, мәҙәниәт учреждениеһы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған ауыл халҡы көсө менән тораҡ пункттар биләмәләрен, зыяраттарҙы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәрҙе төҙөкләндәреү буйынса өмәләр үткәрелә. Ҡойо-шишмәләр яңыртыла. Ауыл хакимиәте йорттары янында һыу бүлеү колонкаларының һәм контейнер майҙансыҡтарының торошон күҙәтеүселәргә айырыуса рәхмәтле. Шулай ҙа егәҙеләр өсөн иң киҫкен төҙөкләндереү мәсьәләләренең береһе - ул юлдар һәм уларҙың торошо.
- Ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткәндән һуң юлдар тамам эшлектән сыҡты. Подрядсы тәртипкә килтерергә тырышты, әммә юлдың ҡайһы бер урындары ултырыу сәбәпле, ҡырсынташ түшәү талап ителә. 2025 йылда был проблеманы хәл итергә тырыштыҡ, ҡайһы бер урындарҙа ағымдағы ремонт эшләнде. Биләмәлә рәсмиләштерелгән карьер бар, был эште күпкә еңеләйтә. Әлеге ваҡытта ул Белорет районы хакимиәтенә тапшырылған. 
2025 йылда Егәҙе һәм Ботай ауылдарындағы йәйәүлеләр өсөн тәғәйен күперҙәргә ремонт үткәрелде. Материал менән тәьмин иткәндәргә, вайымһыҙ булмаған ауылдаштарға күперҙәрҙе ремонтлауҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Альбина Ғәҙел ҡыҙы сығышында. 
Биләмә башлығы шулай уҡ “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы, төбәк күләмендәге саралар, махсус хәрби операциялағыларға ярҙам, ирекмәндәр төркөмө эшенә айы-
рым туҡталып китте. Ауыл үҫеше өсөн башҡарылған эште анализлау ғына түгел, һығымталар яһау, шулай уҡ киләсәккә пландар төҙөү мөһим. Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Олойылға - Ишле - Туҡан - Егәҙе - Ботай юлын ремонтлау, төп иғтибарҙы Туҡан - Егәҙе - Ботай юлы торошона йүнәлтергә кәрәклеген әйтте. Янғын һүндереү цистернаһы өсөн йылы гараж төҙөү, иҫке телефон бағаналарын һүтеп алыу, Егәҙе клубын төҙөү, Ботай клубын, Баҡый - Хәйбулла ауылдары араһындағы йәйәүлеләр күперен ремонтлау, “Башлеспром” биналары һәм территорияһы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмауын һәм ауыл йөҙөн йәмһеҙләп ултырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 
ДРСУ директоры Александр Калинин халыҡтың юлдар буйынса, “Эко-Сити” йәмғиәте вәкиле Любовь Аверьянова түләүгә, контейнерҙарға ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе, мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе. 
Ғүмер буйы ауыл, район өсөн тырышып хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан ололар өсөн уңайлы тормош шарттары булырға тейеш, тигән теләктәрен дә еткерҙе егәҙеләр. Оло йәштәгеләр дарыу преператтары артынан ҡалаға йөрөү мөмкинлеге, дарыухана булмауын, табип яҙған системаларҙы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында түгел, тик махсус медицина учреждениеларында ғына алып булыу мәсьәләһен дә әйтеп китте. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин ауыл халҡын тыңлағандан һуң мәсьәләне ыңғай хәл итергә вәғәҙәләне. 
Медицина ярҙамы, юлға ҡырсынташ түшәү, сүп-сар өсөн түләү, урам яҡтыртҡыстары, берәҙәк эттәр мәсьәләләре, республика һәм урындағы баҫмаларҙың ваҡытында таратылмауы буйынса һорауҙарҙың барыһына ла яуаптар ҡайтарылды, ҡайһы берҙәре контролгә алынды. Район хакимиәте башлығы Азат Салауат улы йыйылышта ҡатнашыусыларҙы тыңлағандан һуң ҡайһы бер тәҡдимдәргә, һорауҙарға айырым туҡталып китте. 

Автор:
Читайте нас