«Конструкцияларҙың ныҡлығын тикшереү өсөн байтаҡ ваҡыт сарыф иттек. Проектлау тулы ҡеүәттә бара, фасад өлөшөн башланыҡ – манараларҙы, көмбәҙҙе эшләнек. Көмбәҙ аҫтындағы территорияны төҙөкләндерҙек. Быйылға төп бурыс – фасад эштәрен тамамлау, артабан кешеләр мәсеткә килә башлаһын өсөн эске яҡта ҙур булмаған зал проектын эшләйбеҙ», — тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсет 2006 йылда төҙөлә башланы, ләкин инвесторҙарҙың аллмашынып тороуына бәйле эштәр өҙөклөктәр менән алып барылды. 2016 йылда төҙөлөш бөтөнләй туҡтатылды. 2023 йылдың сентябрендә Хәбиров төҙөлөштө яңыртыу буйынса кәңәшмә йыйҙы, унан һуң белгестәр объектҡа экспертиза үткәрҙе. 2024 йылдың апрелендә төҙөлөш эштәрен яңынан башлау тураһында иғлан ителде.