Апрелдә Башҡортостанға ике системалы ике «Финист» электр поезы килә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тиҙ йөрөшлө электричкалар Өфө – Белорет маршрутына тәғәйенләнә. Шулай итеп, таулы Башҡортостандың баш ҡалаһына 4 сәғәттә барып етергә мөмкин. 2026 йылдың октябрендә был маршрут Магнитогорскиға тиклем оҙайтыла, ә киләһе йылда «Финистар» Сибайға йөрөй башлай.
«Дүрт сәғәттә Белоретта булыу – ифрат шәп, айырыуса ҡыш көнө был бик уңайлы. Юлдар иркенәйер, — тине Радий Хәбиров. — Тағы бер составты Һамарға ебәрәбеҙ».
Новиков һүҙҙәренсә, Өфөнән Һамарға электр поездары 8 майҙан йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөй.