Рәсми бүлек
7 Апреля , 04:06

Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты

Өфөлә дрон һөжүменән зыян күргән йортто тергеҙергә һәм пилотһыҙ осоу аппараты менән бәйле башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк.

Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡуштыРадий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты
Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиевҡа ошондай йөкләмә бирҙе.

«Пилотһыҙ хәүеф режимын йышыраҡ иғлан итәбеҙ. 2 апрелдә көслө һөжүм булды. Оборона министрлығына һәм предприятиеларҙы һаҡлау хеҙмәтенә тейешле баһа бирергә кәрәк. Туғыҙ пилотһыҙ осоу аппараты атып төшөрөлдө, берәүһе торлаҡ йортҡа эләкте. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә БПЛА һөжүменән зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәргә ярҙам күрһәтелә. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттан тыш ултырышында хәбәр иттеләр.

Автор:
Читайте нас