Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Апрель , 15:56

Радий Хәбиров яңы балалар поликлиникаһын ҡараны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Әбйәлил районына эш сәфәре Үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһын ҡарауҙан башланды.

Радий Хәбиров яңы балалар поликлиникаһын ҡараны
Радий Хәбиров яңы балалар поликлиникаһын ҡараны

Объект «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төҙөлөштөң хаҡы 747,1 миллион һум тәшкил иткән, шуның 337 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Поликлиниканы һүтелгән кислород станцияһы һәм автотуҡталыш урынында төҙөгәндәр. Бина Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан, төп корпус менән йылы үткәүел аша тоташтырылған.

Дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, медицина учреждениеһы сменаһына 150 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бинаның дөйөм майҙаны – 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөш «3-кә 1» форматындағы контракттар буйынса алып барылған (поликлиниканы проектлау, төҙөү һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу). Яңы балалар поликлиникаһында кескәй пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Көндөҙгө стационар, процедура кабинеттары, ашығыс ярҙам блогы, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы кабинеттары бар. Бынан тыш, 120 урынлыҡ конференциялар залы һәм медицина вуздары студенттары өсөн уҡыу кабинеты ҡаралған.

Автор:
Читайте нас