

Йыйылышта ҡала һәм райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Урал аръяғында 400 мең кеше йәшәй. Бында эре сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Улар Башҡортостан иҡтисадына ҙур өлөш индерә.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, былтыр Урал аръяғы компанияларында 185 миллиард һумлыҡ тауар етештерелгән. Был һан 2024 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 4,3 процентҡа күберәк. Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһында үҫеш күҙәтелә, тине министр.
Осрашыу барышында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, социаль һәм инфраструктура объекттарын яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды. “Урал аръяғы беҙҙең өсөн мөһим биләмә. Һыу менән тәьмин итеүҙә проблемалар бар. Фельдшер-акушер пункттары кәрәк. Был мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәкбеҙ”, - ти Башҡортостан Башлығы.