+3 °С
Облачно


Профилактика системаһын үҫтереү хаҡында һөйләгәндә, ул белем биреү ойошмалары, балалар менән эшләгән уҡытыусылар һәм белгестәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәр менән эшләү мәсьәләләренә лә ҡағылды.
«Йәш быуынды яҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар күреү мөһим. Беҙ мәктәптә һаҡ системаһын көсәйттек, педагогик коллективтарҙың һәм психологик хеҙмәттәрҙең эшен үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Минеңсә, иң мөһиме, йәш егеттәрҙең, үҫмерҙәрҙең тәртибендәге тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлау һәм иғтибарға алыу», – тип билдәләне Радий Хәбиров.