+10 °С
Дождь


Ул Еңеү көнөнә бағышланған байрам сараларының ниндәй форматта уҙасағын аңлатты. «Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл хәүефһеҙлек сараларын үтәү кәрәклеге менән бәйле онлайн режимында ойошторола.
— Барыһын да ныҡлап уйлап эш итергә тейешбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Көс структуралары етәкселәре менән фекер алышҡандан һуң шундай ҡарарға килдек. Парадтың репетицияһын дауам итәбеҙ, унда кеше аҙ ҡатнаша. Әгәр беҙгә үткәрмәҫкә тиһәләр, беҙ уны үткәрмәйбеҙ.