Рәсми бүлек
31 Мая , 09:42

Владимир Путин журналистар менән осрашты

Владимир Путин журналистар менән осрашты һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. 

 

Путин Украина менән конфликттың тамамланыуға яҡынлашыуы хаҡында белдерҙе. Динамика шуны раҫлай – Рәсәй алға бара һәм яңы территорияларҙы азат итә, Украина сигенә һәм ауыр юғалтыуҙар кисерә. Был тенденция үҙгәрешһеҙ ҡала: Көнбайыштың транштары ла, дрондар ебәреү ҙә ошо динамиканы үҙгәртмәйәсәк. Рәсәй үҙ маҡсатына өлгәшә бара, ПВО-ны көсәйтә, яңы сиктәрҙә нығына. Беҙ территорияларҙы алабыҙ, Киев уларҙы юғалта – был һис шикһеҙ беҙҙең еңеүҙе раҫлаған дәлил.

“Мин бындай белдереүҙе былай ғына эшләмәнем, ә һуғыш яланындағы хәл-торошто анализлауға таянып яһаным. Ә беҙҙең ғәскәрҙәр бөтә йүнәлештәр буйынса алға бара. Һеҙ быны үҙегеҙ ҙә көн һайын күрәһегеҙ”, – тине Владимир Путин.

Путин агрессорҙарға ҡаршы тағы ла ҡәтғиерәк сараларға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Ул Европа яғынан яһалған бөтә провокацияларға аныҡ һәм ныҡлы яуап бирә. Европаға Рәсәй тарафынан ҡурҡыныс тураһында һөйләү – ул төптө ялған, бары тик Киев режимына бағыусылыҡ итеүҙе аҡлау сараһы. Әгәр Балтик буйы илдәре Украина ҡораллы көстәренә Рәсәйгә һөжүм итеү өсөн үҙ территорияһын бирһә, улар законлы рәүештә беҙҙең ҡорал өсөн сәпкә әйләнәсәк, тине Путин. Ә инде Евросоюз “Калининградтағы ПВО системаһын ер менән тигеҙләү” теләген тормошҡа ашырырға маташһа, беҙҙең ул илдәрҙе ер менән тигеҙләү өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ булыуын билдәләне Президент.

Старобельск фажиғәһе тураһында Көнбайыш киң мәғлүмәт сараларының Старобельскиҙа студенттарҙы үлтереүгә ҡағылышлы хәл тураһында бер нимә лә өндәшмәүенә ҡарата Путин былай тине: "Оят һәм мәхшәр. Улар (Европаның киң мәғлүмәт саралары) үҙ граждандарын алдай. Старобельск фажиғәһе, балаларҙың үлеүе, маҡсатлы рәүештә беҙҙең балаларҙы үлтереүҙәре тураһында бер һүҙ әйтмәнеләр. Был хәл булмаған кеүек ҡыландылар". Президент шулай уҡ Румынияға дрон төшөүе тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты. Ул әйтеүенсә, беҙҙе һәр ваҡыт ҡайҙалыр дрон төшөүҙә ғәйепләйҙәр, ә һөҙөмтәлә ул Украинаныҡы булып сыға. Был – сираттағы хәйләле пропаганда алымы. Путин Рәсәйҙең яһалма зиһен өлкәһендә ҙур потенциалын күрә – беҙ үҙаллы яһалма зиһен төҙөү мөмкинлегенә эйә булған өс ил иҫәбенә инәбеҙ. Президент беҙҙә ошондай ҡатмарлы асыштар өсөн кәрәкле энергия ресурстары, ғилми ҡеүәт һәм технологик база булыуын билдәләне. Сығанаҡ: "Башкортостан"гәзите

Автор:
Читайте нас