Рәсми бүлек
1 Июня , 12:00

Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләне

Бөгөн, 1 июндә, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә айырылып торған яугирҙарҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне. 

Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләнеБашҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләне
Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләне

 

Наградалар Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы тапшырылды.

Рәсәй Оборона министрлығының 12271-се ғәскәри часы «Башҡортостан» полкының реактив артиллерия батареяһы командиры Александр Козоногов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Республика етәксеһе Рәсәй Тәфтиш комитетының 125-се хәрби тәфтиш бүлеге тәүтикшереүсеһе Сергей Евстафьевҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Барыһына ла әйтегеҙ – күпме ярҙам итергә кәрәк, шунса ярҙам итербеҙ, гуманитар ылауҙар ебәрербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас