Рәсми бүлек
5 Июня , 05:05

Башҡортостан эсемлектәр етештереүсе предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөнө

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Напитки Вместе»(«АБ ИнБев Эфес» АЙ) компанияһының генераль директоры Николай Тюрников хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан эсемлектәр етештереүсе предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөнөБашҡортостан эсемлектәр етештереүсе предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөнө
Башҡортостан эсемлектәр етештереүсе предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөнө

Документ төбәктә һыра ҡайнатыу һәм алкоголһеҙ продукция етештереүҙе үҫтереүҙе, социаль яуаплылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттарын һәм берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылдың ғинуарында республика Башлығы компанияның Өфө филиалында булды һәм уның етәкселеге менән етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү пландарын тикшерҙе. Предприятиела төрлө һауыттарҙа – быяла шешәләрҙә, алюминий банкаларҙа, кегтарҙа һәм ПЭТ-шешәләрҙә – бөтәһе 60-тан ашыу төр эсемлек сығарыла.

Осрашыуҙа Николай Тюрников 2026 йылдың майында Өфө заводында 312 мең гектолитр эсемлек етештерелеүен билдәләне һәм сығарылған продукция исемлеген артабан киңәйтеү хаҡында һөйләне.

Төбәк етәксеһе компания етәкселегенә инвестиция программаһының яҡшы темптары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткәндәре һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Компанияның алға барыуы ҡыуаныслы. Был производствоның төп күрһәткестәренә, предприятие хеҙмәткәрҙәренең именлегенә һәм төбәк бюджетына керемдәргә йоғонто яһай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
***

Форум сиктәрендә ҡул ҡуйылған тағы бер килешеү – Башҡортостандың «Арнест» Төркөмө менән хеҙмәттәшлеге тураһында. Ул «Бочкарёв һыра ҡайнатыу заводы» компанияһының Стәрлетамаҡтағы «Шихан» филиалын үҙ эсенә ала.

«Арнест» АЙ президенты Алексей Сагал менән осрашыуҙа Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта эсемлектәр етештереүҙе яңыртыу пландарын тикшерҙе. Һүҙ продукция күләмен арттырыу һәм ассортиментты киңәйтеү хаҡында бара.

– Завод һыра етештереү күләмдәрен етди арттырҙы, был республикаға акциз рәүешендә өҫтәмә средстволар бирҙе. Бынан тыш, беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре һеҙгә арпа оҙата башланы. Был йәһәттән беҙ оҙайлы хеҙмәттәшлеккә әҙер, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас