Рәсми бүлек
10 Июня , 06:05

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Дәүләт башлығы указы менән төбәктәргә федераль судьялар һәм квалификация коллегияларында Рәсәй президенты вәкилдәре тәғәйенләнде.

Башҡортостанда республиканың Юғары суды рәйесе урынбаҫары итеп Кирилл Колесников тәғәйенләнде. Алина Әсәҙуллина – Башҡортостандың Юғары суды судьяһы. Алина Ильина – Ишембай ҡала суды судьяһы, Руслан Насиров Стәрлетамаҡ ҡала суды судьяһы вазифаһына билдәләнде.

Башҡортостандың Юғары судында белдереүҙәренсә, судьяларҙы даими тәғәйенләү башлыса вәкәләттәр ваҡыты үтеүгә һәм уларҙы вазифала яңынан раҫлау кәрәклеге менән бәйле.

Автор:
Читайте нас