Рәсми бүлек
15 Июня , 07:40

Әруахтар йорто яңыртылды

Донъяға билдәле металлург, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, ҡорос ҡойоу эшендә революцион уйлап табыуҙары менән дан алған Владимир Ломакин: "Картала ауылымды эҙләмәгеҙ, ул минең метрикала ғына һаҡланған", тип яҙа. Эйе, Мариуполдә йәшәгән, "Азовсталь" комбинатын үҫтереүгә тос өлөш индергән Владимир Ломакин да Арышпар ауылында тыуған. Уның был һүҙҙәре, моғайын, тыуған ауылы хәҙерге заманда элекке ҡиәфәтендә юҡтыр, инфраструктураһын юғалтҡандыр һәм уның булыуы кешеләрҙең хәтерендә, бәлки, архив документтарында ғына һаҡланғандыр, тигән фекерҙе сағылдырадыр ҙа. Үкенескә күрә, уның тыуған ауылы тураһында әйткән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа яҡын.

Әруахтар йорто яңыртылдыӘруахтар йорто яңыртылды
Әруахтар йорто яңыртылды

Ҡасандыр үҙ мәктәп-интернаты, мәҙәниәт йорто, китапханаһы, почта бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазины, икмәкханаһы булған, Ноҡат ауыл советына ҡараған ауылдарҙың береһе - Арышпарҙа бөгөн 5-6 ихатала ғына тормош ҡайнай. Ә бит был бәләкәй генә ауыл да илебеҙгә күпме данлыҡлы ул-ҡыҙҙарын биргән. Улар уҡыуҙа ла, спорта ла, ауылдың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда ла һәр ваҡыт алдынғы булды. Арышпарҙан техник фәндәр кандидаттары, билдәле металлургтар, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәт алдынғылары сыҡҡан.

Тормош һүнеп ҡалған кеүек булһа ла, бында тыуып үҫкән, әле ситтә йәшәгән ауылдаштар Кесе Ватанын, әруахтарын онотмай. Илебеҙ Рәсәй көнөн билдәләгәндә, арышпарҙар ауыл зыяратын кәртәләүгә йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы, был изге ғәмәлдән кейәү-килендәр ҙә, ейән-бүләләр ҙә ситтә ҡалмаған. Үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең ихлас эшләүенә ололар ҙа, ошондай тырыштар булғанда, ҡартлығыбыҙ өсөн тынысбыҙ, тине ҡыуанып. Ир-ат бағаналарҙы тимерҙәренә яңыртып, сетка һуҙһа, ҡатын-ҡыҙҙар буяу, ҡәберҙәрҙе таҙартыу, ашарға бешереү эштәре менән булды. Ҡайһы бер ауылдаштарҙың махсус техника, эш ҡоралдары менән килеүе лә эште күпкә еңеләйтте.

- Төп ойоштороусыбыҙ - Межгорьела йәшәгән Фәнил Шәйхетдинов. Ҡышын ауыл зыяратын кәртәләү тәҡдиме менән сығып, иғлан булғас та ауыл халҡы дәррәү ҡушылды. Барлығы 185 кеше - ошо ауылда тыуып үҫеүселәр, уларҙың балалары, ейәндәре матди ярҙам күсереп, 362 меңгә яҡын аҡса йыйылды. Фәнил Шакир улы кәрәкле ойошмалар менән бәйләнешкә инеп, торба, сетка, буяу, эш ҡоралдары алдырҙы. Һәм йөҙгә яҡын ауылдаш йыйылып, ике көн дауамында изге эште атҡарып та ҡуйҙы, - тине Минзәлә Йәғәфәрова.

Әйткәндәй, аҡса иҫәп ярата. Был йәһәттән, ауылдаштар иҫәп-хисап эшен Минзәлә Йәғәфәроваға һәм Гөлнара Таһироваға тапшырып, яңылышмаған.

Әруахтар рухына ҡорбан салынып, аяттар уҡылды.

Автор:
Читайте нас