

Өфөнөң төп майҙансыҡтарында - Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Конференция залында, Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа, Опера һәм балет театрында һәм "Торатау" конгресс-холында - медицина хеҙмәткәрҙәренә уларҙың намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантаналары үтте.
Был ваҡиға һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, уларҙың юғары профессионализмы, намыҫлылығы һәм һөнәренә тоғролоғо өсөн сағыу танылыу булды.
Бүләкләнеүселәр араһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре булыуы айырыуса ҡыуаныслы:
"Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы" исеменә Белорет үҙәк район дауаханаһының анестезиология-реанимация бүлексәһе мөдире, анестезиолог-реаниматолог Вера Николаевна Дмитриева, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы" исеменә Белорет үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының хирургия бүлексәһе мөдире, хирург-табип Валерий Николаевич Дмитриев һәм патологоанатом бүлексәһе мөдире, патологоанатом Ришат Рим улы Ғәйнуллин лайыҡ булды.
"Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән Егәҙе фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, фельдшер Галина Юрьевна Сафонова билдәләнде.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хатына Олойылға фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, фельдшер Мөслимә Шаһимырҙан ҡыҙы Моратшина лайыҡ булды.