Рәсми бүлек
24 Июня , 08:51

Рәсәйҙә "Ватан һаусылары Кубогы" уҙғарыла

Рәсәйҙә киләһе йылдан башлап “Ватан һаҡсылары Кубогы” уҙғарыла.  

Рәсәйҙә "Ватан һаусылары Кубогы" уҙғарылаРәсәйҙә "Ватан һаусылары Кубогы" уҙғарыла
Рәсәйҙә "Ватан һаусылары Кубогы" уҙғарыла

Спорт ярыштары хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары араһында ойошторола.  Тейешле Указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Ветерандарға социаль адаптация һәм физик реабилитация күрһәтеү маҡсатында ил президенты призы булдырылған. Ул шәхси һәм команда беренселегендә еңгән спортсыларға тапшырыла. Һәр команда ағзаһына “Ватан-әсә саҡыра!” скульптураһының бәләкәй күсермәһе бирелә. Рәсәй Хөкүмәте 4 ай эсендә Ватан һаҡсылары Кубогын берҙәм рәсми спорт саралары календарына индерергә тейеш. Ярыштың ойоштороу комитеты булдырылған.

Автор:
Читайте нас