Рәсми бүлек
29 Июня , 07:21

Владимир Путин Иван Грибовты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәкшәмбе көндө илдең прокуратура органдарында бер нисә тәғәйенләүгә ҡул ҡуйҙы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Владимир Путин Иван Грибовты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләнеВладимир Путин Иван Грибовты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләне
Владимир Путин Иван Грибовты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләне

 

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп Иван Грибов тәғәйенләнде. Был вазифала ул биш йыл эшләргә тейеш.

Бынан алдараҡ Федерация Советы комитеттары Владимир өлкәһе прокуроры Иван Грибовты Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләүҙе хуплауы тураһында хәбәр иткәйнек.

Автор:
Читайте нас