+20 °С
Ясно


Документ уҡытыусылар өсөн бер нисә гарантия билдәләй. Указ педагогтарҙың карьераһы дауамында профессиональ үҫешен, яңы эшләй башлаған уҡытыусылар өсөн мотлаҡ остазлыҡ итеүҙе, шулай уҡ электрон белем биреү ресурстарына һәм һанлы китапханаларға бушлай инеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, уҡытыусылар һөнәри эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса бушлай юридик ярҙам алыу һәм башҡа хоҡуҡтарға эйә була. 📚Мөһим яңылыҡ – 25 йылдан ашыу педагогик стажы булған уҡытыусыларға “Хеҙмәт ветераны” исемен бирелә. Документ шулай уҡ уҡытыусыларҙың балаларын балалар баҡсаларына тәү сиратта алырға тәҡдим итә.