Рәсми бүлек
13 Августа , 07:45

Наркотик менән тотолған

Белорет районында наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре урындағы кешене наркотиктар менән тотҡан.

Наркотик менән тотолғанНаркотик менән тотолған
Наркотик менән тотолған

Район буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү сараларын уҙғарыу барышында йәбешкәк таҫма менән уралған онтаҡ матдә менән ҡала кешеһен ҡулға алған.

Һорау алғанда гражданин тартып алынған наркотиктың үҙенеке булыуын һәм шәхси ҡулланыу өсөн тәғәйенләнеүен белдерә. Матдә экспертиза үткәреү өсөн Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса эксперт-криминалистик үҙәгенә ебәрелә.

Эксперттарҙың һығымтаһына ярашлы, пакетта дөйөм ауырлығы 1,7 граммдан ашыу булған «Мефедрон» наркотик сараһы була, был ҙур үлсәмгә ҡарай.

Был факт буйынса Рәсәйҙең Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (наркотиктарҙы ҙур күләмдә законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, етештереү, эшкәртеү) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тыйылған матдә һатып алыу каналдарын билдәләүгә йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас