Рәсми бүлек
31 Августа , 18:33

Башҡортостан Башлығы Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы

31 августа оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙыБашҡортостан Башлығы Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы

Уҡсылар взводы командиры урынбаҫары Айнур Вәлиев хәрби хеҙмәт юлын 2024 йылда Авдеевкала башлаған. Шулай уҡ Ново-Александровка, Новогродовка, Желанный, Зеленый һәм Новомихайловка тораҡ пункттарын штурмлауҙа һәм азат итеүҙә ҡатнаша. Яраланғандан һуң сафҡа кире ҡайта. II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ.

Батальон командирының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары Фидель Ғилметдинов 2022 йылдан алғы һыҙыҡта. Киев һәм Харьков өлкәләрендә зыян күргән һәм емерелгән техниканы эвакуациялауҙа, шулай уҡ шәхси составты ут аҫтынан хәүефһеҙ урындарға сығарыуҙа ҡатнашҡан. Суворов һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәргә махсус хәрби операция бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:
Читайте нас