

Һайлаусыларҙы бина тышында бесән тейәлгән арба, яңы сабылған бесән өҫтөнә дуға, ҡамыт, дилбәгә, йүгән, эйәр һалынған. Арба янынан көҙгө баҡса уңыштары урын алған. Бинаға ингәс һайлаусыларҙы Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған бай күргәҙмәләр ҡаршы ала. Һайлаусылар иң алдан ошо күргәҙмәләр янында фотоға төшә һәм участка һайлау комиссияһы ағзалары янына үтеп, бюллетендәр ала.
- Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн беҙҙең һайлау участкаһы илебеҙҙең, республикабыҙҙың тарихы, матур традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ла һөйләй. Һайлауға килгән һәр кеше иң тәүҙә ҡалабыҙҙа йәшәгән рус, башҡорт һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтенә ярашлы ҡулланылған тарихи әйберҙәрҙән, экспонаттарҙан торған күргәҙмәләргә иғтибар итә һәм халҡының мәҙәниәте менән таныша. Шулай уҡ ғаиләләре менән һайлауға килгәндәр өсөн “Бар ғаилә менән һайлауға” тигән фото төшөү урыны бар. Балалары менән һайлауға килгән ғаиләләр беҙҙең тырышлыҡты күреп, рәхмәттәрен белдерә.
Бөгөн һайлауҙың беренсе көнө генә. Ололар иртә менән килеп, үҙ тауыштарын бирҙеләр. Улар бер-береһе менән ихлас аралашты, тимәк һайлау участкалары күптәнән күрешмәгән кешеләр өсөн аралашыу урыны ла булып тора. Беҙҙең һайлау комиссияһында эшләгәндәр барыһы ла һайлаусыларҙы танып тора һәм һайлауҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Барыһы ла матур киләсәк, тыныс тормош өсөн үҙҙәре лайыҡлы тип һанаған партияға һәм кандидатҡа тауыш бирә - ти Светлана Владимировна.