Быға район халҡы ла күнегеп бѳткән. Земфира Кәримова етәкселегендәге "Ағинәйҙәр" һәр саҡ алдынғы рәттә. Сосновка клубында урынлашҡан 1340-сы һайлау участкаһында бѳгѳн сағыу байрам тиерһең. Һайлауҙың беренсе кѳнѳндә үк ауыл ағинәйҙәре үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Ағинәйҙәрҙең милли, сағыу кейемдә һайлау участкаһына килеп тауыш биреүе үҙе бер матур, сағыу күренеш булды. Депутатлыҡҡа ынтылған кандидаттарға ла, партияға ла үҙ тауыштарын ихлас бирҙе ағинәйҙәр. Бынан тыш, Сосновка ауыл Советына ла депутатлыҡҡа күрһәтелгән кандидат ѳсѳн билдә ҡуйҙылар. Ауыл Советына ышаныслы, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтерҙәй, халыҡты ихтирам итерҙәй кеше кәрәклеген бик яҡшы аңлай ағинәйҙәр. Тауыштарын биреп, һайлауға килгән кешеләрҙе таҡмаҡтары, йыр-моң, бейеүҙәре менән ҡыуандырып, барыһының да күңелен күрҙе ағинәйҙәр.