Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2021, 15:05

Һайлау ѳс кѳн булғас бик уңайлы

Белорет ҡалаһының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286-сы һайлау участкаһында иртәнән бирле әүҙемлек һиҙелә.

Белорет ҡалаһының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286-сы һайлау участкаһына  халыҡ килеп тауышын биреп тора. Участка рәйесе Гѳлназ Мансур ҡыҙы Әмирова һайлаусыларҙың әүҙемлеген  билдәләп китте:

- Бѳгѳн һайлауҙың тәүге кѳнѳ. Беҙ, һайлау комиссияһы ағзалары һәм һайлауҙы күҙәтеүселәр, кешеләр килһә ярар ине тип ҡурҡыңҡырап тора инек. Ә барыһы ла ыңғай ғына килеп тора. Һайлаусылар әүҙемлеге күҙәтелә быйыл.
- Һайлау ѳс кѳн булғас бик уңайлы. Ваҡытыбыҙға ҡарап һайлауҙың беренсе кѳнѳндә үк тауышыбыҙҙы бергә килеп бирергә булдыҡ,
ти Белорет матбуғат үҙәге директоры Гѳлнара Фаил ҡыҙы.

Уның тормош иптәше Ринат Әхәт улының да бѳгѳн ял кѳнѳ икән.  Ринат Әхәт улы металлургия комбинатының 11-се цехы эшсеһе.

- Бер ваҡытта ла һайлауҙан ҡалғаныбыҙ юҡ,
тиҙәр Мѳхәмәтғәлиндар.  
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: