Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2021, 10:45

Барыһын да ѳс кѳн хәл итер

17, 18 һәм 19 сентябрҙә бөтә ил Дәүләт Думаһына депутаттар һайлай. Бынан тыш, Белорет ҡалаһы халҡына ҡала биләмәһе депутаттарын да һайлар кәрәк. Шулай уҡ 5 ауыл биләмәһендә ѳҫтәмә һайлауҙар үтә. Тимер юл, Үрге Әүжән, Туҡан, Тирлән, Сосновка ауылдарында депутаттар һайлана.

Ил, Башҡортостан, район-ҡала халҡы ҡатнашлығында ҙур сәйәси сара башланды. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә бөтә ил Дәүләт Думаһына депутаттар һайлай. Бынан тыш, Белорет ҡалаһы халҡына ҡала биләмәһе депутаттарын да һайлар кәрәк. Ҡала биләмәһендә 20 мандатҡа 44 кандидат тѳрлѳ партияларҙан һәм үҙен-үҙе күрһәткән кандидаттар кѳрәшә.  Шулай уҡ 5  ауыл биләмәһендә  ѳҫтәмә һайлауҙар үтә. Тимер юл, Үрге Әүжән,  Туҡан, Тирлән, Сосновка ауылдарында депутаттар һайлана. Беҙҙең район-ҡала халҡына Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау ѳсѳн ике бюллетень бирелә.  Бөтәһе Дәүләт Думаһына 450 депутат һайлана. Уларҙың 225-е - партия исемлеге буйынса. Һайлаусыларға  ниндәй ҙә булһа партия өсөн тамға ҡуйырға кәрәк. Башҡортостанда мандаттар өсөн 14 сәйәси партия, Белорет округы буйынса 11 кандидат депутатлыҡҡа көс һынаша.

Белорет муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова һѳйләй.  

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: